Финалға үтеүселәр ун көн дауамында лекциялар тыңланы, алдынғы предприятиеларҙа булды һәм үҙ-ара аралашып, бергәләп эшләргә өйрәнде. Буласаҡ етәкселәр хаҡында киләһе репортаж.
Уҡытыу программаһының һуңғы көнө бик әүҙем булды. Красноусол шифаханаһында йыйылған ветерандар киләсәк модуль буйынса үҙ фекерҙәре менән бүлеште. "Башҡортостан геройҙары" проектында сығыш яһаусылар Рәсәй Президентын һәм сит ил эштәре министрын күрергә теләй. "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар дәүләт менән идара итеү һәм дәүләт сәйәсәте менән танышты. Һуңынан төрлө дәүләт учреждениеларында белемдәрен нығытты. Икенсе модуль иһә аҡсаны һаҡсыл файҙаланырға өйрәтте һәм "Иҡтисад" тип аталды. Ветерандар хәрби бурысты нисек үтәргә икәнен яҡшы белә. Барыһы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, араларында офицерҙар ҙа бар. Тап уларҙы етәкселәр итеп тәғәйенләү фекерен ил Президенты бер-нисә тапҡыр әйтте. Республика башлығы башланғысы менән булдырылған “Башҡортостан геройҙары” программаһы ошондай маҡсат ҡуя ла инде.
"Игла" позывнойы алған Алина Маннанова беренсе модуль барышында "Башҡортостан геройҙары" программаһы өсөн гимн яҙа. Был юлы ҡатын башҡалар менән бергә илдең Оборона министрына икона бүләк итте. "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар алдынғы предприятиелар эшмәкәрлеге менән танышты. Экскурсияларҙың береһе Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтте. Хәҙер программала ҡатнашыусылар квалификация буйынса эштәрен яҙып тапшырырға тейеш. Был эштә академия уҡытыусылары ярҙам итәсәк. Икенсе модуль барышында ветерандар сәләмәтлеген дә нығытты, улар өсөн төрлө кисәләр ойошторолдо. Икенсе тапҡыр ветерандар февралдә осрашасаҡ. Унда инде төбәк һәм муниципаль идара итеү алымдарын өйрәтәсәктәр. Бөтәһе проект вәкилдәренә 4 модуль үтергә кәрәк.
Яугирҙарға рухын күтәреү өсөн.







