"Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһы дауам итә

Беренсе белем биреү модуле Шишмә районындағы "Патриот" паркында, икенсе модуль хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан "Красноусол" шифаханаһында үтә.
Илнур Ҡарабулатов махсус хәрби операция башланғансы 22 йыл дауамында төрлө ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатнаша, 2022-се йылдың февраль айында мотоуҡсылар бригадаһында беренселәрҙән булып ил сиген яҡларға юллана. Ярты йылдан һуң 2023-се йылдың апрель айында хаҡлы ялға сыға. Артабан Башҡортостан геройҙары проектында ҡатнашырға ҡарар итә. 1 модулде тамамлап 3 айға Әбйәлил районы хакимиәтенә стажировкаға ҡайта. Төрлө йыйылыштарҙа һәм сараларҙа ҡатнашҡан. Был ҡатмарлы, әммә бик ҡыҙыҡ, сөнки беҙ үҙебеҙҙе яңы эш урынында күрәбеҙ, яңы һынауҙарға яңы ҡараш, тип бүлеште үҙ фекере менән Илнур. Тәү ҡарашҡа был балалар уйынсыҡтары. Әммә өлкәндәр ҡулында конструкторҙар көслө психологик тренинг өсөн ҡоралға әүерелә. Ҡатнашыусыларҙы командаларға бүләләр, уларҙың һәр береһе тиҙ арала ролдәрҙе бүлергә һәм бурыстарҙы үтәргә тейеш. Был эштең мөһимлеген һәм кәрәклеген Рәмил Ибраһимов та билдәләй ул 2023-сө йылдың ноябрь айында Салауат Юлаев батальоны менән хәрби операция биләмәһенә юллана. 2024-се йылдын октябрендә республикаға әйләнеп ҡайта. Сибай ҡала хәкимиәтендә стажировка үтә. Красноусол шифаханаһына программала ҡатнашыусылар шулай уҡ ун көнгә килгән. Иртәнән кискә тиклем буласаҡ идарасылар дәрестәр тыңлаясаҡ һәм ғәмәли оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашасаҡ. Улар менән министрҙар, хакимиәт башлыҡтары һәм етәкселәр тәжрибә уртаҡлашасаҡ."Башҡортостан Геройҙары" кадрҙар проекты быйыл февралдә старт алды. Ул «Геройҙар ваҡыты» федераль программаһының төбәк аналогы булып тора. Красноусол шифаханаһында программала ҡатнашыусылар өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. 1 модуль дәүләт идара итеү системаһына һәм дәүләт сәйәсәтенә, 3 модуль төбәк идаралығына, 4 модуль заманса идара итеү технологияларына арналған. 70 ҡатнашыусының 48-е дәүләт власы органдарында, 30-ға яҡыны урындағы үҙидара органдарында һәм 5 ҡатнашыусы башҡа ойошмаларҙа стажировка үткән.