Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар "Башҡортостан геройҙары" программаһында уҡыуын дауам итә ала

Был турала Тура бәйләнеш ваҡытында республика башлығы белдерҙе.
 Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар "Башҡортостан геройҙары" программаһында уҡыуын дауам итә ала
Ошо һорау менән махсус хәрби операция биләмәһенән "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының айырым реактив артиллерия батареяһы командиры Александр Козоногов мөрәжәғәт итте.
""Башҡортостан геройҙары" программаһы мотлаҡ дауам итәсәк. Беҙ махсус хәрби операция ветерандары һәм унда ҡатнашыусылар өсөн программаға бик етди ҡарайбыҙ", — тине Радий Хәбиров.