Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн “Башҡортостан геройҙары” проектына ғаризалар килә башланы. Уның нигеҙендә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләнәсәк. Программала нисек ҡатнашырға һуң? Ошо хаҡта беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән репортаж.Белорет районы егете Оскар Ситдиҡов мәктәпте тамамлағас хәрби булырға ҡарар итә. Илдең төрлө төбәктәрендә хеҙмәт итә, Сүриәлә тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса операцияла ҡатнаша. 2022 йылда махсус хәрби операцияға юллана. Ҡаһарманлыҡ ордены һәм Ҡыйыулыҡ миҙалы кавалеры “Геройҙар ваҡыты” федераль проектына саҡырыла һәм уның остазы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.Оскар Ихтибар улы Эске сәйәсәттең патриотик тәрбиә биреү йүнәлешен һайлаған. Яңыраҡ уны Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе итеп һайлағандар. Республика йортонда геройҙың айырым бүлмәһе бар, кәштәләге сувенирҙар яугирҙың ҡайҙарҙа хеҙмәт итеүен һөйләй.Программала ҡатнашыусыларҙы заманса идара итеү, бергәләп эшләү алымдарына өйрәтәсәктәр. Уларҙың карьера баҫҡысы буйынса үрләү мөмкинлеге лә юғары. Рәсәй геройы Борис Дудко Оскар Ситдиҡов кеүек “Геройҙар ваҡыты” федераль проектында ҡатнаша. Ул республикала тормошҡа ашырылған “Башҡортостан геройҙары” программаһына ярҙам итергә вәғәҙәләй.Федераль проекттан айырмалы “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашырға теләгәндәргә киңерәк мөмкинлектәр асыла. Мәҫәлән, унда урта махсус белем һәм юғары белем алған махсус хәрби операция ветерандары ла ғариза бирә ала. Ә федераль проектында юғары уҡыу йортон тамамлағандар ғына.Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов махсус хәрби операция нимә икәнен яҡшы белә. Ул вазифаһын ҡалдырып, 2023 йылда үҙ теләге менән Донбасҡа юлланды. Идара итеү тәжрибәһе булған етәксе программа хәрбиҙәргә белем алыуҙа ҙур ярҙам буласаҡ, тигән фекерҙә. Яңы программа нескәлектәре тураһында рәсми сайтта белешергә мөмкин. Әле махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар тәүҙә анкета тултыра, эссе яҙа, тест үтә, әңгәмәгә саҡырыла. Уларҙы уңышлы үткән кандидаттар ғына уҡыуға йәлеп ителә. Унда иһә һөнәри белем алырға, һуңынан идара итеү буйынса кадрҙар резервына эләгергә мөмкинлек тыуа. Был аҙнала республика Башлығы “Башҡортостан геройҙары” программаһын тормошҡа ашырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәктә ветерандарҙан дәүләт органдары өсөн етәкселәр генә түгел, ә предприятиелар өсөн дә кадрҙар әҙерләнәсәк.Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар "героибашкортостана.рф" тип аталған рәсми сайтта 31 мартҡа тиклем ғариза ҡалдыра ала. Анкетаны ир-егеттәр генә түгел, махсус хәрби операция биләмәһендә эшләүсе йә ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тултыра ала.
Башҡортостан геройҙары
Башҡортостан геройҙары