Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар проекттарына ғаризалар һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урынға сыҡты. «Башҡортостан Геройҙары» проектына 2 мең 26 ғариза килгән. Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә «Геройҙар ваҡыты» федераль программаһының төбәк өлөштәрендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамланған. 46 меңдән ашыу яугир ошо проекттарҙа ҡатнашырға теләк белдергән. Ҡайһы бер төбәктәрҙә конкурс бер урынға 25 кешенән ашып китә. «Башҡортостан геройҙары» – «Геройҙар ваҡыты» программаһының төбәк өлөшө, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан яңы быуын етәкселәрен әҙерләүгә йүнәлтелгән. Проект республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән ғәмәлгә ашырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы буйынса һайлап алыуҙың икенсе этабы башланды.
Башҡортостан Геройҙары
Башҡортостан Геройҙары