Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә билдәле булды.
Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәк хөкүмәте ағзаларына Башҡортостан республикаһы буйынса яңы баш федераль инспекторҙы рәсми
Уҙған аҙна сараларын барлап Радий Хәбиров Өфөлә үткән 25-се рәсәй энергетика форумы һәм 31-се «Урал Энергетикаһы-2025» халыҡ-ара күргәҙмәһе эшенә айырым туҡталды. Сарала Рәсәйҙән, Белоруссиянан һәм Ҡытайҙан 100-гә яҡын компания ҡатнашҡан, улар 7000 квадрат метрҙан ашыу майҙанда инновацион асыштарын тәҡдим итте.
Ҡатнашыусылар араһында — электротехник тармаҡтың эре предприятиелары һәм алдынғы компаниялары булды. Йәштәр көнө сиктәрендә студенттарҙың энергетика компаниялары етәкселәре менән рәсми булмаған осрашыуҙар ҙа ойошторолдо.
Радий Хәбиров студенттарҙың үҙидара лидерҙары форумында ҡатнашыусылар менән дә осрашты. Сара Шишмә районының Патриот паркы биләмәһендә үтте. Осрашыуҙа республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарынан 250 студент ҡатнашты.
Йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу, спортты үҫтереү һәм студенттарҙың проекттарына грант ярҙамы темалары ла күтәрелгән. Аҙна аҙағында Башҡортостан башлығы үҙ машинаһында республика юлдары буйлап сәйәхәт иткән һәм ултырышта быға бәйле бер нисә белдереү яһаны.
Шулай уҡ төбәк башлығы ауылдарҙа асылған фельдшер-акушер пункттарына айырыуса иғтибар бүлергә, унда тиҫтәләрсә йылдар буйы эшләгән табиптарҙың үтенестәрен кире ҡаҡмаҫҡа, уларға ярҙам кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күпер буйлап 11 октябрҙә хәрәкәт асыласағы билдәле булды. 8 октябрҙә бында һынау башлана.
Республика көнөндә тағы ла бер нисә мөһим объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров 11 октябрҙә үтәсәк байрам сараларына ла етди әҙерләнеү бурысын ҡуйҙы.







