Туймазыла етешһеҙлектәр барлығы асыҡланды

Был турала оператив кәңәшмәлә республика башлығы хәбәр итте.
Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәре йәнә Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы, бер юлы өс категорияла иң яҡшыһы булды. Был турала оператив кәңәшмәлә республика башлығы хәбәр итте. Унда ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева.
Иң яҡшы белгес тип күп функциялы үҙәктең Стәрлетамаҡ филиалынан Кристина Мортазина танылды.Өфөлә “Тарихты һаҡлаусылар” проектының III Бөтә Рәсәй слеты үтте. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 500 самаһы үҫмер ҡатнашты. Радий Хәбиров «Юнармия» ның баш штабы етәксеһе, Рәсәй Геройы Владислав Головин һәм «Беренселәр хәрәкәте» идараһы рәйесе урынбаҫары Ксения Янова менән осрашыуҙа йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләһен тикшерҙе.Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән үҫмерҙәр Рәсәй геройына төрлө һорауҙар бирҙе. Илһөйәрлек темаһынан тыш, үҫмер егеттәрҙе хәрби һөнәр үҙенсәлектәре, уҡырға инеү нескәлектәре ҡыҙыҡһындырҙы. Остаздары кем булыуҙары хаҡында һораштылар.6-сы ноябрь Рәсәй спорт державаһы форумы башланды. Өфөнән эстафетаны быйыл Һамар ҡабул итте. Ҡаланың спорт биналары төрлө ил вәкилдәрен һәм спортсыларҙы йәлеп итеү үҙәгенә әүерелде. Башҡортостан делегацияһына Радий Хәбиров етәкселек итте.Республика башлығы ил төбәктәренең, спорт берләшмәләренең һәм тармаҡ компанияларының күргәҙмә экспозицияһын ҡараны, шулай уҡ Рәсәй спорт Министрлығы стендында Башҡортостандың спорт тармағы мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Ул физкультура һәм спортты үҫтереү өлкәһендә төбәк сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен, шулай уҡ республикала төҙөлгән ҙур спорт объекттарын тәҡдим итте.Һуңғы тәүлетә генә республикла коронавирус йоҡтороуҙың 37 осрағы асыҡланған. Әлеге мәлдә 128 пациент дауаханала, 592 кеше амбулатор дауалауҙа. Оператив кәңәшмәлә социаль мәсьәләләргә айырым иғтибар. Башҡортостан башлығы, мәҫәлән, сәләмәтлеге сикләнгән граждандарҙы эш менән тәьмин итеүгә баҫым яһай. Студенттарҙың хеҙмәт отряды ла көнүҙәк булып ҡала. Үткән аҙнала Башҡортостан башлығы шулай уҡ ҡайһы бер муниципаль берәмектәр етәкселегенең эше менән ҡәнәғәт булмауын белдергәйне. Һүҙ Туймазы хаҡында. Ҡаланың бөгөнгө хәле етди үҙгәрештәр талап итә.
Республикала халыҡ именлеген тәьмин итеүгә лә иғтибарҙы арттырыу бурысын ҡуя Башҡортостан башлығы. Аварияларҙа, янғындарҙа һәләк булыусылар һаны арта. Тағы бер ҡурҡыныс – пилотһыҙ осоу аппараттары. Тап бөгөндән, ошондай хәүеф булғанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты телефондарға смс-хәбәрҙәр ебәрәсәк. Тәүге мәғлүмәттәр дүшәмбелә таратылды. Рәсәйҙә йәш таланттарға ярҙам итеүҙең яңы йүнәлеше – креатив индустриялар мәктәбе әүҙем үҫешә. Был белем биреү үҙәктәрен булдырыу 2022 йылда Рәсәй мәҙәниәт Министрлығы ярҙамында «Рәсәйҙә уйлап сығарылған» инициативаһы сиктәрендә башлана. Хәҙер илдең 65 төбәгендә 113 креатив индустрия мәктәбе эшләй, унда 12 йәштән 18 йәшкәсә 16 меңдән ашыу бала белем ала.Юл хәлен көйләү һәм тикшереү өсөн юл хужалығы идаралығының ситуация үҙәге һәм подряд ойошмаларының диспетчер хеҙмәттәре тәүлек әйләнәһенә эшләй.Әлегә төп иғтибар Башҡортостан башлығының республика халҡы менән тура эфирҙа осрашыуы.