Дим биҫтәһендәге 40-тан ашыу обьектты айырым һаҡлауға алыуҙары ихтимал

Ошо турала оператив кәңәшмәлә әйтелде.

Дим биҫтәһендәге 40-тан ашыу обьектты айырым һаҡлауға алыуҙары ихтимал. Микрорайондағы байтаҡ биналар архитектур йәһәттән тарихи ҡомартҡылар тип һанала. Ошо турала оператив кәңәшмәлә әйтелде. Унда ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин әҙерләгән сюжетта.

Башҡортостан башлығы менән тура эфирҙа барған әңгәмәнең сираттағы һөҙөмтәләре. Республика етәксеһенә бирелгән 9 мең ярым самаһы һорауҙың байтағы тиҙ арала хәл ителгән. Һандар ошоларҙы раҫлай. Радий Хәбиров әйтеүенсә, граждандарҙы борсоған һорауҙарҙың барыһына ла яуап табылырға тейеш.Ғөмүмән, яңы аҙна Башҡортостан өсөн матур хәбәрҙәр менән башлана. Республика Рәсәйҙә “Иң яҡшы спорт субьекты” тип танылғайны. Федераль конкурстың төп бүләгенә беҙҙең төбәк хәҙер икенсегә лайыҡ. Радий Хәбиров билдәләүенсә, был статуэтка үҙенең урынын табырға тейеш. Ысынлап та, Башҡортостан бөгөн спортты үҫтереүгә айырым иғтибар бүлә. Республиканың ошо йәһәттән айырым программаһы ла бар. Мәҫәлән, “Ауыл тренеры” проекты. Бәләкәй ауыл-ҡасабаларға, ҡалаларға эшкә ҡайтҡан тренерҙар һуңғы йылдарҙа ғына ла 5 меңдән ашыу баланы сәләмәт тормошҡа ылыҡтыра алған. Әйткәндәй, ауыл еренә ҡайтҡан тренерҙарға миллион һум аҡса ла бирелә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың айырым тәҡдиме Республика бөгөн балалар менән эшләүҙә йәш тренерҙар кәрәклеген билдәләй. Башҡортостанға тиҙҙән Белорусиянан йәнә зубрҙар ҡайтарыла. Республикаға Беловежьенан 9 баш эре зубр килтерелергә тейеш. Бының өсөн тейешле суммалар ҙа бүленгән. Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры Нияз Фазылов ошо хаҡта белдерҙе. Зубрҙар, әлбиттә, республикала эске туризмды үҫтереүгә ҙур аҙым. Әммә, айырым һаҡланған тәбиғи биләмәләр халыҡтың күплегенән зыян да күрә. Мәҫәлән, Талҡаҫ күле. Антропоген тәъҫир һөҙөмтәһе Башҡортостан халҡын борсоған төп һорауҙарҙың береһе. Тап шуға ла, республика башлығы ҙур кәңәшмәләрҙең береһен урында үткәреү кәрәклеген әйтә. Ә бына зубрҙарға килгәндә, хәҙер улар республика фаунаһының айырылғыһыҙ өлөшө. Башҡортостандың тәбиғи ҡурсаулығында хәлдәр сағыштырмаса яҡшы булһа, архитектура ҡомартҡыларын һаҡлау йәһәтенән улар киреһенсә, насарайыуға бара. Обьекттарҙың именлеген тәьмин итеү өсөн хатта прокуратура ярҙамы кәрәк. Башҡортостан башлығы Өфөнөң тархи үҙәге – Октябрь революцияһы урамын үҙгәртеп ҡороу барышы менән дә ныҡлап ҡыҙыҡһына. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров иһә эш сәфәре менән Үзбәкстанға ла барасаҡ. Республика етәксеһе Ташкентта ведомство-ара дәүләт комиссияһы эшендә ҡатнаша.