Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжеты.
Дәрес башында ошолай дүрт телдә һаулыҡ һорашыу Яңы Тәтешле ауылындағы мәктәптә ғәҙәти күренеш. Был уҡыу йылыында Яңы Тәтешле ауылында Башҡортостандағы 10-сы полилингваль мәктәп үҙ ишектәрен асҡайны. Уның төп үҙенсәлектәре-уҡыу программаһында удмурт телен тәрән өйрәнеү ҡаралған. Был мөһим, сөнки Тәтешле районында 4000-дән ашыу удмурт милләте вәкиле тупланып йәшәй. Радий Хәбиров яңы һулыш алған мәктәптең уҡыу кабинеттарын, ашхананы ҡарап сыҡты. Әйткәндәй, Капиталь ремонт ил Президенты башланғысы менән «Йәштәр һәм балалар» Милли проектына ингән Федераль программа ярҙамында үткәрелде. Яңы һулыш алған мәктәп уҡытыусыларға ла...Уҡыусыларға ла хуш килде. Мәктәп эргәһендә генә төҙөкләндерелгәндән һуң удмурттарҙың тарихи-мәҙәни үҙәге үҙ ишектәрен асты. Бина 1988-се йылда төҙөлгән. Республика Башлығы ҡушыуы буйынса 1750 квадрат метр ҙурлығындағы бинала 2024 йылдың 1 мартында эштәр башлана. Капиталь ремонт, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәм биләмәне төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Үҙәктең тышҡы һәм эске биҙәлеше удмурт мәҙәниәте өлгөләре менән һуғарылған. Объектҡа 200 миллион һумға яҡын аҡса һалынған.Бында ижади коллективтар хәҙер тағы ла ҙурыраҡ ынтылыш менән мәҙәни сараларға әҙерләнә. Үҙәктә хатта оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторола. А
Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылындағы яңы табип амбулаторияһы 2023-сө йылда үҙ ишектәрен асҡайны. Ул «Беренсе звеноны яңыртыу» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Амбулаториялар йәмәғәт тормошо үҙәктәре. Башҡортостан башлығы ҡарамағында Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса совет сиктәрендә беренсел медицина-санитар ярҙамды үҫтереү, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһының профилактика йүнәлешендә эш алымдарының роле тураһында һөйләнеләр. Шулай уҡ 2025-се йылда Бөрө медицина округының медицина ойошмалары эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.
Асҡын районы халҡы өсөн шулай уҡ 15 декабрь иҫтәлекле көн булып ҡаласаҡ. Сөнки күптән көтөлгән яңы дауахана үҙ ишектәрен асты. Сарала видеоконференция рәүешендә Мәскәүҙән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова һәм Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала милли проект сиктәрендә Благовещенда, Яңауылда, Асҡарҙа, Учалыла һәм Баҡалыла яңы поликлиникалар төҙөлә. «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу ҡарала.







