Республика башлығы мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ

Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә лә Яңы йыл байрамдары осоронда хәүефһеҙлек тәьмин итеү тураһында һүҙ барҙы.
  • Республика башлығы  мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ

Радий Хәбиров билдәләүенсә, был айырыуса яуаплы осор. Халыҡ күпләп ял иткән урындар мотлаҡ күҙәтеүгә алынырға тейеш. Оператик кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған мәсь!әләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин сюжеты.

Уҙып барған йылдағы һуңғы оператив ултырыш быға тиклемге кәңәшмәләрҙең матур йолаһына тоғро ҡала. Дүшәмбелә гвардия полковнигы Виктор Кухальский Башҡортостандағы иң ҙур наградаларҙың береһе – “Геренал Шайморатов” ордены менән бүләкләнде. Үтеп йылдың тәүге рәсми һөҙөмтәләре лә Башҡортостан файҙаһына. Мәҫәлән, мәғариф тармағындағы күрһәткестәрҙе федераль кимәлдә билдәләйҙәр. Республика башлығының тағы бер белдереүе айырым иғтибарға лайыҡ. Башҡортостан етәксеһенең субьекттың закондар сығарыу буйынса төп органы – Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе ғинуарҙа иғлан ителә. Төбәк башлығының телмәре Дәүләт советы ултырышында яңғыраған айырым сығыштарға нигеҙләнәсәк.Радий Хәбиров киләһе йылға маҡсаттарҙы ла аныҡлай. Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн төҙөлөш тармағына иғтибар кәрәк. Бынан тыш, авариялар һанын кәметеү беренсе урында ҡала. Радий Фәрит улы Башҡортостан Хөкүмәтенә лә яңы бурыстар билдәләне. Министрҙар кабинеты бөгөндән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы мәсьәләләре менән мәшғүл булырға тейеш. Радий Хәбиров шулй уҡ иҡтисади факторҙар тураһында ла һөйләне. Һандар тәү сираттар инвестицияларға бәйле. Башҡортостан бөгөн ҙур бизнес өсөн ҡыҙыҡлы. Башҡортостандың башҡарма власть органдары бөгөн республика именлеге өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Шул уҡ ваҡытта власть даирәләре араһында хеҙмәттәшлек аныҡ һәм ныҡлы булырға тейеш. Парламент рәйесе Константин Толкачев ошондай фекерҙә. Шулай ҙа, Башҡортостан Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә. Раштыуа осоронда именлек беренсе урында. Байрам төнөндә полицияның 4 мең ярым хеҙмәткәре дежурға сығасаҡ.Раштыуа осоронда Башҡортостандың барлыҡ хеҙмәттәре көсәйтелгән йә иһә айырым режимда эшләйәсәк. Тәү сиратта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау системаһы, юл һәм транспорт министрлығы әҙерлек һыҙығына ҡуйыла.