Башҡортостан Башлығы республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ

Әлегә был мөһим документты иғлан итеү көнө билдәле түгел.
  • Башҡортостан Башлығы республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ

Радий Хәбиров белдереүенсә, сығышында ул идара итеү командаһы алдында яңы бурыстар ҡуясаҡ. Башҡортостан Башлығының республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе республиканың алдағы йылдарға социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси үҫешен билдәләгән мөһим документ. Ул йәшәйештең барлыҡ өлкәләренә лә ҡағыла. Мөрәжәғәтнамәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамға төп урын бирелер, тип көтөлә. Сөнки әлеге мәлдең иң мөһим ваҡиғаһы — ул махсус хәрби операция. Башҡортостандан батальондар, контракт йә мобилизация буйынса яуға киткәндәр намыҫлы хеҙмәт итә. Яугирҙәргә һәм фронтҡа төрлө яҡлы ярҙам күрһәтеп, республика халҡы ҙур өлөш индерә.