Был турала хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр ителде. Унда ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин.
Башҡортостан Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында уҡыған яҡташ студенттар менән бергә эшләргә, буласаҡ белгестәрҙе республикаға ылыҡтырыуға иғтибарҙы арттырырға тейеш. Был хаҡта Радий Хәбиров дүшәмбе кәңәшмәһендә белдерҙе. Бурыстарҙың береһе – район-ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтарына ошо йәһәттән юлдарҙы аныҡлау. Оператив ултырышта аталған ҡайһы бер һандарға туҡталыу урынлы. Уны хатта "рекорд" тип атарға мөмкин. Йыл башынан республикала машина менән иҫерек килеш идара иткән 1 мең 255 водитель ҡулға алынған. Ҡыҙғанысҡа күрә, улар яһаған аварияларҙа үлеүселәр юҡ түгел.
Шул уҡ ваҡытта, эскелеккә ҡаршы көрәш юлдарының береһе – "Айыҡ ауыл" социаль проекты. Республика кимәлендәге сара башҡарма власть органдары тарафынан да хуплана. Еңеүселәргә тапшырылған миллиондарса һумдар урындарҙа халыҡ тормошон яҡшыртыуҙа булышлыҡ итә. "Айыҡ ауыл" конкурсының һөҙөмтәһе лә бар. Республикала алкоголь эсеп ағыуланыусылар һаны кәмей.
Башҡортостан социаль сәйәсәттең йәнә бер йүнәлешен өҫтөнлөклө итеп иҫәпләй. Ул инвалидтар йә иһә инвалид балалар тәбиләгәнә ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәъмин итеү. Был категория граждандарға фатир биреү өсөн суммалар тулыһынса дәүләт иҫәбенә башҡарыла. Суммалар аҙ түгел, ти төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Тик был мәсьәлә үтә сетерекле. Республикала етем балалар, инвалидтарҙы торлаҡ менән тәьмин иткәндә дәүләт аҡсаларын үҙләштереү юҡ түгел. Бихисап етәкселәр тап ошо ваҡиғаларға ҡатнашлығы булып, яуапҡа тарттырылды.
Дүшәмбеләге оператив ултырыш хәҙер район-ҡала хакимәттәре башлыҡтары өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны. Үҙенең 80 йыллығын билдәләгән Октябрьский, мәҫәлән, халыҡтар берҙәмлеге йүнәлешендәге эштәре буйынса республикаға миҫал булып тора. Ғөмүмән, Октябрьский халҡын быйыл ҙур ваҡиғалар көтә. Ҡалала балалар поликлиникаһы асыласаҡ. Дүшәмбе ултырышында аталған тағы ла бер-нисәһан тураһында әйтергә кәрәк. 2030-сы йылға тиклем баш ҡаланың һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыуға 15 миллиард һум аҡса бүленә.







