Мөһим документтың ҡайһы бер положениеларын ғәмәлгә ашырыу башланды ла инде. Радий Хәбиров махсус хәрби операция ваҡытында республика халҡының батырлығы һәм тарихи ваҡиғалар тураһында хәтерҙе һаҡлау маҡсатында комиссия булдырыу хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Башлығының республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе республиканың алдағы йылдарға социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси үҫешен билдәләгән мөһим документ. Мөрәжәғәтнамәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамға төп урын бирелде. Белгестәр әйтеүенсә, сөнки әлеге мәлдең иң мөһим ваҡиғаһы — ул махсус хәрби операция.
Мөрәжәғәтнәмә буйынса күрһәтмәләр әҙерләнә
Башҡортостан башлығының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнәмәһе буйынса киләһе ике аҙнала күрһәтмәләр әҙерләнәсәк.







