Министрлыҡ етәксеһенә республика башлығы Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә шундай күрһәтмә бирҙе. Ултырышта ҡаралған мәсьәләләр тураһында — киләһе сюжетта.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы сасҡау һалҡындарға әҙер булырға тейеш. Ғинуар селләһен имен уҙғарыу төп бурыстарҙың береһе. Ошо турала республика етәксеһе Радий Хәбиров дүшәмбе кәңәшмәһендә белдерҙе. Район-ҡалаларҙа коммуналь авариялар юҡ түгел. Тап шуға ла бындай хәлдәрҙе алдан иҫкәртеү һөҙөмтәле буласаҡ. Башҡортостанға һауа торошо ғына түгел, ә бөгөнгө донъяуи хәлдәр ҙә үҙ һынауын ҡуя.
Республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү генә түгел, ә уны һаҡлау кәрәк. Министр Светлана Верещагина әйтеүенсә, бөгөн субьектта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән йүнселдәр бихисап. Әммә, борсоған күп мәсьәләләрҙе хәл итеү уларҙың ҡулынан ғына килмәй. Бында башҡарма власть органдары булышлығы ла талап ителә. Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ даирәһе һөҙөмтәләре ҡыуандырырлыҡ, тигән фекерҙә Радий Хәбиров. Әммә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә күҙәтелгән ваҡиғаларҙың Башҡортостанды ла урап үтмәүе бар.
Оператив кәңәшмәлә, ғәҙәттә, Башҡортостандың иң ҙур предприятиелары эшенә лә баһа бирелә. Республика өсөн бөгөн өлгөлө предприятиеларҙың береһе – "Өфө" халыҡ-ара аэропорты. Акционерлыҡ ширҡәтенең төп акционерҙарының береһе – тап Башҡортостан. Тимәк, һауа вокзалы килеменең бер өлөшө урындағы ҡаҙна иҫәбенә күсерелә. Бына тыш, аэропорт баш ҡалалағы "Актерҙар йортон" яңыртыу проектын үҙ өҫтөнә аласаҡ. Әйткәндәй, Актерҙар йорто бинаһының артабанғы яҙмышы ла билдәле. Был обьект мәҙәни үҙәктәрҙең береһе булырға тейеш.
Дүшәмбе кәңәшмәһенең хәҙер яңы ҡағиҙәһе, тәртибе барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ултырыштар тарихында беренсе тапҡыр район хакимиәттәре башлыҡтары айырым телмәр менән сығыш яһаны. Башҡортостанға өлгөһө итеп был юлы Краснокама районы ҡуйылды. Муниципаль биләмәлә "Ватан амыҫы өсөн" гражданлыҡ-илһөйәрлек проекты бойомға ашырыла. Урындағы хакимиәт башлығы Алексей Горбачев әйтеүенсә,иғғтибар үҙәгендә – йәштәр менән эшләү.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың дүшәмбеләге йәнә бер белдереүе айырым иғтибарға лайыҡ. Ә был аҙнала Башҡортостан башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары менән осраша. Республика етәксеһе субьект парламентына йыллыҡ мөрәжәғәтнамә иғлан итәсәк.







