Ураҙаның беренсе көнө — 19 февраль, һуңғы көнө — 19 март, Ураҙа байрамы — 20 март билдәләнә.Фытыр саҙаҡаһының нисәбе быйыл 120 мең һум. Был, әгәр мосолмандың мөлкәте ошо сумманан күберәк булһа, ул фытыр түләргә тейеш тигәнде аңлата. Хәйер мохтаждарға ғына бирелә. Фытыр саҙаҡаһының минималь күләме — 200 һум. Ә зәҡәт түләй алырлыҡ мөмкинлеге булғандарға – 1 мең 200 һум. Йәшенә, һаулығына бәйле ураҙа тота алмағандарға фидиә түләргә кәрәк. Ул ҡалдырылған һәр көн өсөн 400 һум тип билдәләнгән.
Башҡортостанда Рамаҙан айында саҙаҡа күләме билдәләнде
Республика мосолмандарының Диниә назараты мәғлүмәте буйынса, 18 февралдә, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы башлана.







