Республика башлығы Берләшкән ғәрәп әмирлектәренән Башҡортостан туристарын алып ҡайтыу эшен юғары баһаланы. Был турала ул хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Америка һәм Израиль арҡаһында хәлдәр ҡатмарлашыу сәбәпле Яҡын көнсығышта беҙҙең туристар, ысын мәғәнәһендә ҡамауҙа ҡалғайны. Сиуация үҙегенең эше ойошторолдо. Башҡортостандың Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге вәкиле Роман Громовтың беҙҙең туристарға ярҙамы ҙур булды, тине Радий Хәбиров. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин.
Март айында һауа температураһының даими үҙгәреүе Башҡортостан ҡала-райондары алдында яңы һынау ҡуя. Республикала биналар, торлаҡ йорттар ҡыйыҡтары емерелеү осраҡтары арта. Был хаҡта дүшәмбе ултырышында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдерҙе. Ошондай ваҡиғалар күберәк баш ҡалала теркәлгән. Әлбиттә, хәл ителәһе мәсьәләләр бихисап. Уларҙың береһе – Р-240 федераль трассаһының Стәрлетамаҡ менән Өфө араһындағы өлөшө. Магистралде тәүлектең ҡараңғы ваҡытында электр уттары менән яҡтыртыу тураһына заманында күп маҡтанһалар ҙа, һүҙҙәр буш булып сыҡты. Бағаналарҙағы лампочкалар янмай, ғөмүмән, линия бөтөнләй эшләмәй тиерлек. «Приуралье» юлдар идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Дмитрий Горбтың быға үҙ аңлатмаһы. Тәҡдим ителгән программанан күренеүенсә, трассаны яҡтыртыу эштәре август аҙағында тулыһынса көйләнәсәк. Башҡортостан “Приуралье” вәғәҙәһенә әлегә ышаныс белдерә.
Башҡортостан юлдарын ғына түгел түгел, ә социаль секторҙарҙың береһе — спорт тармағын трансформациялау юлдарын барлай. Әлегә республикалағы иң ҙур комплекстарҙың эшен видеокамералар ярҙамында күҙәтәләр. Был сара обьекттарға көнөнә нисә кеше килеүен,уларҙың күпме ваҡыт спорт менән шөғөлләнеңен асыҡларға ярҙам итә. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Руслан Хәбибов һүҙҙәренә ҡарағанда, был йәһәттән тағы ла ҙурыраҡ проекттар бар. Күҙәтеү камералары хәҙер спорт комплекстары ғына түгел, ә мәҙәниәт йорттары, артабан иһә мәктәптәрҙә лә ҡуйыласаҡ. Системалы эштәрҙең береһе медицина өлкәһе һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла бәйле. Яраланған яугирҙәрҙе дауалау, уларҙы реабилитациялау мәсьәләһенә айырым иғтибар. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренә ҡарағанда, ярҙамға хатта федераль клиникалар ҙа килә. Башҡортостан халҡын был аҙнала өҫтәмә ял көтә. Ҡорбан ғәйете уңайынан йома республикала “байрам көнө” тип иғлан ителде. Радий Хәбиров дини сараға әҙерлекте һәм үткәреүҙе юғары кимәлдә ойошторорға ҡушты.







