Шуға күрә, яр буйҙарында урынлашҡан ауылдарҙы һәм өйҙәрҙе һыу баҫыуы мөмкин. Бынан тыш, Инйәр, Эҫем, Йүрүҙән, Әй, Өршәк йылғаларында боҙ тығындары булыуы ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 21 районда боҙ ҡарайтылған, 13-дә бысылған. Бөтә гидротехник ҡоролмалар ҙа тотороҡло хәлдә һәм оло һыуҙы үткәрергә әҙер.
Бөгөнгә Ағиҙел йылғаһы Дуҫлыҡ монументы янында 3 сантиметрға күтәрелгән, ярҙан сығыуға 6 метр самаһы ҡалған. Дим йылғаһы Бочкаревка ауылы тирәһендә 2 сантиметрға артҡан. Ҡариҙел йылғаһында Шаҡша күпере тәңгәлендә үҙгәрештәр теркәлмәгән.







