Әлеге ваҡытта 9 муниципалитетта 14 хәл контролдә тотола. 10 юл участкаһында сикләү индерелгән, 4 күпер һыу аҫтында ҡала.
Һыу баҫҡан йорттар һәм ихаталар юҡ, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитетынан. Әлеге ваҡытта Ҡариҙел йылғаһының Нуриман районы Красный ключ ауылы янында, Әй йылғаһының Дыуан районы Мәсәғүт ауылы тирәһендә һәм Ҡариҙел йылғаһының Шаҡша тәңгәлендә бер аҙ ташыуы күҙәтелә. Башгидрометүҙәктең рәсми фараздарын һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртеүҙәрен күҙәтеп барыу зарур.
Ашығыс хәл килеп тыуған осраҡта 112 телефонына шылтыратырға кәрәк.







