Халыҡҡа мөрәжәғәт

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы шәхси йорттарҙа йәшәүселәрҙе һыу бүлгес каналдарҙы һәм канализацияны ҡарҙан, боҙҙан һәм сүп-сарҙан алдан таҙартырға саҡырҙы.
  • Халыҡҡа мөрәжәғәт

Машиналарҙы уйһыу ерҙә һәм һыу ятҡылыҡтары янында ҡалдырмаҫҡа, түбәнге ҡаттарҙа һәм подвалдарҙа электр утын һүндерергә кәрәк. Шулай уҡ электр приборҙарын һәм ҡорамалдарҙы бейегерәк урынға күтәрергә тәҡдим ителә. Башгидрометүҙәктең рәсми фараздарын һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртеүҙәрен күҙәтеп барыу зарур. Ашығыс хәл килеп тыуған осраҡта 112 телефонына шылтыратырға кәрәк, тип хәбәр итә Башинформ.