Йылғаларҙың иң юғары кимәле үтмәгән

Шуға күрә, һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған биләмәләрҙә йәшәүселәргә тыныс тын алырға иртәрәк әле.
  • Йылғаларҙың иң юғары кимәле үтмәгән

Йылдағыса, Өфө янында баҡса ширҡәттәренә илткән бер-нисә юлды һыу баҫҡан. Дудкин һәм Зеленый Мыс ауылдарына барған юл да шуларҙың береһе. Дудкинда 13 кеше теркәлгән, алтауһы балалар. Әлегә республикала йорттарҙы һыу баҫыу осраҡтары теркәлмәгән. Әммә, тынысланырға иртәрәк әле. Сөнки, ҡайһы бер күлдәрҙә боҙ иреп бөтмәгән, йылғалар ҙа тулыһынса ярҙарынан сыҡмаған. Ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә ташҡын буйынса хәлде күҙәтә. Уҙған тәүлектә 112-системаһына һыу баҫыу буйынса 5 шылтыратыу булған.

Республика һыуһаҡлағыстары ла яйлап һыуын бушата башланы. Тап улар йылғаларҙың кимәлен билдәләй, үҙҙәренә йәйгә етәрлек һыу ҙа туплай. Ташҡын үтеү менән уларҙы тикшереп, киләһе йылға әҙерләйҙәр. Йылғаларҙың иң юғары кимәле апрелдең өсөнсө декадаһында фаразлана. Быға көндәрҙең йылытыуы ла булышлыҡ итәсәк.