Республикала яҙғы ташҡынға бәйле 112 номерына шылтыратыуҙар арта

Баймаҡ, Белорет, Иглин, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Бишбүләк, Стәрлетамаҡ райондарында һәм Өфөлә юлдарҙың айырым өлөштәрен һыу баҫыу осраҡтары теркәлгән.
  • Республикала яҙғы ташҡынға бәйле 112 номерына шылтыратыуҙар арта

Дәүләкән районында Өршәк йылғаһы 180, Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел йылғаһы 160, Дыуан районында Әй йылғаһы 62, Стәрлетамаҡта Стәрле йылғаһы 58 сантиметрға күтәрелгән. Өфө, Әй, Йүрүҙән йылғаларында боҙ тығылыу осраҡтарын вертолет ярҙамында тикшереү ҡаралған. Башгидрометүҙәктең рәсми фараздарын һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртеүҙәрен күҙәтеп барыу зарур. Ашығыс хәл килеп тыуған осраҡта 112 телефонына шылтыратырға кәрәк.