Табиптар геморрагик биҙгәк тураһында иҫкәртә. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак әйтеүенсә, ауырыуҙы иҫкәртеүҙә шәхси гигиена мөһим роль уйнай.
Баҡса эштәре, өмәләр ваҡытында, урманда һаҡлыҡ сараларына иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк. Быйыл биләмәләрҙә һәм учреждениеларҙа кимереүселәрҙе юҡ итеү өсөн финанслау арттырыла. Былтыр республикала 732 кеше сысҡан биҙгәге менән ауырыған. 2 үлем осрағы теркәлгән.







