Төбәк башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы, «Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы» ассоциацияһы рәйесе Александр Брод менән һайлауға әҙерлек мәсьәләләрен тикшерҙе.
2026-сы йылдың сентябрендә Рәсәй Дәүләт Думаһына, шулай уҡ Өфө ҡала советына һәм ауыл биләмәләре советтарына депутаттар һайлау үтәсәк. Һайлауҙар көсөргәнешле буласаҡ, бөтә сәйәси партиялар ҙа етди әүҙемлек күрһәтә, тине республика башлығы. Александр Брод тауыш биреүҙә бойондороҡһоҙ күҙәтеүҙе ойоштороуҙың мөһимлегенә иғтибар итте. Был һайлау кампанияларының асыҡлығын һәм легитимлығын тәъмин итергә ярҙам итәсәк, тигән фекерҙә ассоцияция рәйесе.






