Бөгөн мәктәптәрҙә тулҡынланыу айырыуса ныҡ һиҙелә. Сығарылыш класс уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшыра. Тормоштарының төп һынауҙары башланыр алдынан улар менән һөйләшеп тә өлгөрҙөк. Мәҫәлән Өфөнөң 35-се мәктәбендә 200-ҙән ашыу белем алыусы һынау тотасаҡ.
Белем үҙәгенең 3-сө һәм 4-се ҡаттары тулыһынса имтихандар өсөн әҙерләнгән. Бөтә кабинетттарҙа ла видоекамералар һәм кәрәк булған техник йыһазландырыу бар. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: сығарылыш класс уҡыусылары өсөн мөһим сараны ойоштороусылар барыһы ла махсус уҡыуҙар үтеп үҙҙәре лә имтихандар тапшырған.
Барыһы ла уҡыусыларҙың үҙҙәренең ҡулында, беҙ улар өсөн тулҡынланып торабыҙ, ти ойоштороусылар.
Химия, әҙәбиәт һәм тарих буйынса имтханды 5 меңдән ашыу 11-се класс уҡыусыһы тапшырҙы. Быйыл дәүләт имтиханында ҡатнашыу өсөн бөтәһе 17 мең самаһы белем алыусы теркәлгән. Иң популяр предмет булып йәнә профилле математика тора. Киләһе ҙур һынауҙар 4-се һәм 8-се июндә үтә, был көндәрҙә уҡыусылар рус телен һәм математиканы тапшыра.







