Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 баллға тапшырған уҡыусылар һаны 183-кә етте

Был турала төбәк Мәғариф министры Илдар Дәүләтбирҙин белдерҙе.
  • Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 баллға тапшырған уҡыусылар һаны 183-кә етте

Үткән йыл республика буйынса 159 бала иң юғары һөҙөмтә күрһәткәйне. Шул уҡ ваҡытта быйыл 9 уҡыусы бер юлы ике фәндән 100 балл йыйған, ә рус теле һәм профилле математика буйынса күрһәткес 4 тапҡырға артҡан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала уҡыусылары иң юғары һөҙөмтә күрһәткән уҡытыусылар 150 мең һум күләмендә премия ала.