Төбәктә физиканы быйыл 3 мең 839 кеше тапшыра. Имтихан 2 өлөштән һәм 26 мәсьәләнән тора. Һынауға бөтәһе 3 сәғәт 55 минут ваҡыт бирелә.
Физика буйынса билдәләнгән минималь баһа — 36 балл. Йәмғиәтте өйрәнеү буйынса имтихан шулай уҡ ике өлөштән тора һәм үҙ эсенә 25 һорауҙы алған. Юғары уҡыу йорттары билдәләгән минималь баһа – 42 балл. Киләһе имтихандар биология, география һәм сит телдәр буйынса 15 июнгә планлаштырылған.







