Башҡортостанда дүрт уҡыусы ике фәндән Берҙәм дәүләт имтиханын 200 балға тапшырған

Максималь балл алған уҡыусылар - Стәрлетамаҡтың 31-се мәктәбе, Өфөнөң 62-се һәм 83-сө лицейҙары, Дүртөйлөнөң Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһынан.
  • Башҡортостанда дүрт уҡыусы ике фәндән Берҙәм дәүләт имтиханын 200 балға тапшырған

Республикала физиканы 3 424 уҡыусы тапшырған. Уларҙың 61-е максималь балл йыйған, һигеҙ йөҙҙән ашыу бала юғары балл туплай алған. Йәмғиәтте өйрәнеү фәнен 5 меңгә яҡын уҡыусы һайлаған. 3-әүһе генә 100 балл алған. Республика Башлығы башланғысы менән 100 баллға тапшырған уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға 50 мең һум күләмендә премия тапшырыла. Максималь балл йыйған уҡыусыларға юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәс 150 мең һум аҡса бирелә.