Бөгөн 11-се синыф уҡыусылары рус теленән һынау тотто

Башҡортостан мәктәптәренең 11-се синыфтарын быйыл һәм башҡа йылдарҙа тамамлаусылар бөгөн Берҙәм Дәүләт Имтихандары теҙмәһендәге төп фәндәрҙең береһе - рус теленән һынау тотто
  • Бөгөн 11-се синыф уҡыусылары рус теленән һынау тотто
Имтихандар тапшырыу өсөн республикала 162 пункт эшләне. Рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы иң күләмле һынауҙарҙың береһе генә түгел. Тап ошо фәндән баһа дөйөм урта белем биреү мәктәбен тамамлау тураһындағы төп документ – аттестат алыу өсөн шарт.
Башҡортостанда был дисциплинаны 16 мең 300 кеше тапшыра. Имтихан 2 өлөштән һәм 27 һорауҙан тора. 26 мәсьәләгә ҡыҫҡа яуап биреүҙән тыш, һынау тотоусылар тәҡдим ителгән текст буйынса иншала үҙ фекерен еткерергә тейеш. Ә һигеҙенсе июндә йәнә бер мотлаҡ предмет – математика буйынса имтихандар көтөлә.