Әле территориаль һайлау комиссиялары ағзалары йорттар, фатирҙар буйлап йөрөп халыҡты киләһе һайлау, уның үҙенсәлектәре менән таныштыра.Мәғлүмәт буклеттарын тапшыра. 18,19,20 сентябрҙә Һайлау участкалары иртән һигеҙҙә асылып, киске һигеҙгә тиклем эшләйәсәк. Йәғни, һәр кем конституцион хоҡуғын ғәмәлгә ашыра ала. Әгәр һеҙ беркетлгән һайлау участкаһында тауыш бирә алмайһығыҙ икән 14 сентябргә тиклем Дәүләт хеҙмәте порталы, күп функциялы үҙәктәр йәки территориаль һайлау комиссияһы аша үҙегеҙгә уңайлы һайлау участкаһында тауыш биреү өсөн ғариза яҙа алаһығыҙ. Башҡортостанда барлығы 39 һайлау кампанияһы ойошторола. Тауыш биреү көнөндә учаска комиссияһы ағзалары алдан бирелгән ғариза нигеҙендә фатирҙарға ла килә ала. Һайлау участкларында күҙәтеүселәр ҙә эшләйәсәк.
Республика киләһе һайлауға әҙер
Был турала Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһынан белдерәләр.







