Республикала 2 миллион 900 меңдән ашыу һайлаусы теркәлгән

Башҡортостанда Рәсәй Дәүләт Думаһына, Өфө ҡала Советына һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлауға әҙер.
  • Республикала 2 миллион 900 меңдән ашыу һайлаусы теркәлгән

Республикала 2 миллион 900 меңдән ашыу һайлаусы теркәлгән. Тауыш биреү көндәрендә 3 мең 249 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға бер мандатлы округтар буйынса төрлө фирҡәләрҙән 45 кандидат, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға – партияларҙан өс, депутатлыҡҡа үҙ-үҙен күрһәтеүсе өс кандидат, Өфө ҡала Советына партияларҙан 86 кандидат һәм депутатлыҡҡа үҙ-үҙен күрһәтеүсе бер кандидат теркәлгән. Урындағы үҙидара органдарына төп һәм өҫтәмә һайлауҙарҙа 198 кандидат ҡатнаша. Республикала йәшәүселәр «Мобиль һайлаусы» сервисы аша тауыш биреү мөмкинлегенә эйә. Ғаризаны территориаль һәм участка һайлау комиссиялары, күп функциялы үҙәктәр филиалдары һәм бүлексәләре 14 сентябргә тиклем ҡабул итә. Ә раҫланған иҫәп яҙмаһы булған осраҡта ғаризаны Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша электрон рәүештә бирергә лә мөмкин.

Һайлауҙар тураһында мәғлүмәт еткереү маҡсатында 20 августа «ИнформУИК» проекты башланғайны. Уны тормошҡа ашырыуҙа участка комиссияларының 17 меңдән ашыу ағзаһы ҡатнаша. Улар 6 сентябргә тиклем тауыш биреү ваҡыты һәм формалары, һайлау участкаларының адрестары, тауыш биреү мөмкинлектәре менән таныштырыу өсөн фатирҙар буйлап йөрөп сығасаҡ. Шулай уҡ предприятиелар, ойошмалар коллективтарына ла кәрәкле мәғлүмәт еткереләсәк.