"Пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефе ваҡытында Оборона министрлығы һәм Федераль именлек хеҙмәте идаралығы билдәләгән тәртип буйынса бөтә тейешле саралар күрелә. Интернетты һүндереү – беҙҙең тормоштоң бер өлөшө, уны аңлап ҡабул итергә кәрәк”, - тине Радий Хәбиров.
ГТРК «Башкортостан»
"Беҙ идара итеү, һөжүм итеүҙең һәм объекттарҙы урап үтеүҙең төрлө ысулдарын күрәбеҙ. Улар беҙҙең вышкаларҙың, зенит-ракета ҡоролмаларының һәм башҡаларҙың ҡайҙа торғанын яҡшы күрә. Барыһы ла аңлашыла", — тип аңлатты Башҡортостан Башлығы.