Предприятиелар эшләй, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, төҙөлөштәр дауам итә. Республика буйынса сәнәғәт етештереүе индексы 7 проценттан ашыу тәшкил итә, был Рәсәйҙең уртаса күрһәткесенән ике тапҡырға тиерлек юғары. Шул уҡ ваҡытта юлдарҙы ремонтлау, мәктәптәр, поликлиникалар һәм балалар баҡсалары төҙөү кеүек социаль мәсьәләләр ҙә көнүҙәк булып ҡала. Радий Хәбиров ҡайһы бер проекттарҙың оҙаҡҡа һуҙылыуын таныны. Әммә төҙөлөштәр туҡтатылмай. Быйыл Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында өс ҙур мәктәпте, шул иҫәптән 1 250 урынлыҡ белем усағын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Радий Хәбиров биш йылға яҡын осорҙа республика халҡының берҙәмлеген, патриотизмын һәм ирекмәндәр хәрәкәтенең әүҙемлеген юғары баһаланы
Радий Хәбиров: «Башҡортостан МХО башланғандан алып биш йылға яҡын осорҙо тетрәнеүҙәрһеҙ үтә»
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, махсус хәрби операция башланғандан алып республика иҡтисади һәм социаль тотороҡлолоғон һаҡлап килә.







