Юлдар, юлдар...

Стәрлетамаҡ янында урау юлға бәйле һорауға яуап биреп, Радий Хәбиров ул тиҙҙән асыласаҡ, тине.
Юлдар, юлдар...

Быға тиклем ике һыҙатлы был юлда юл-транспорт фажиғләре күп теркәлгән. Хәҙер инде ул дүрт һыҙатлы. Эштәр бының менән генә тамаланмай. Республиканың башҡа райондарында ла юлдар яңыртыласаҡ. Өфөнән Дүртөйлөгә тиклем юлды ремонтлау пландары бар. Шулай уҡ Ишембайҙан Инйәргә тиклем дә заманса юл һалынасаҡ. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ундағы рельеф бик ҡатмарлы. Росавтодор, Рәсәйҙең транспорт министрлығы менән берлектә беҙ юлдарҙы тейешле кимәлдә тоторға тырышабыҙ. Өфөгә туҡталып республика башлығы ихаталарҙағы юлдар торошона иғтибар артасаҡ, тине.