"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы яугирҙары махсус хәрби операцияла батырлыҡ ҡыла

Көн һайын улар дошмандың йөҙләгән дронын атып төшөрә.
  • "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы яугирҙары махсус хәрби операцияла батырлыҡ ҡыла

Шуның менән хеҙмәттәштәренең, тыныс халыҡтың ғүмерҙәрен, ҡала-ауылдарҙы, инфраструктураны һаҡлап ҡала. Яҡташтарыбыҙ араһында мәргән атыусылар ҙа бар. Тиҫтәләгән дронды бәреп төшөргән хәрбиҙәр тураһында Рафиҡ Әхмәтшин әҙерләп ебәргән яҙмала.

Эхо позывнойлы яҡташыбыҙ яңы ғына хәрби дежурствонан сыҡҡан. Уның пулеметы төнө буйына туҡтамай атҡан. Төнгө һунар уңышлы булған. Күкте күҙәтеү барышында Эхо дошмандың бихисап дронын бәреп төшөргән. Хәҙер уның иҫәбендә 4 тиҫтә дошман дроны.

Һауаны күҙәтеү пунктының бәләкәй генә келәте атып төшөрөлгән дошман дрондары һыныҡтары менән тулған. Бында ниндәйе генә юҡ: билдәле ЭФиПиВи, самолет тибындағы, бензин двигателе ҡуйылған дрондар һәм яһалма зиһен базаһында эшләгән заманса Хорнеттар. Күпселеге йәрәхәттәргә һәм үлемгә килтергән тимер онтаҡтары менән тултырылған.

Дошман осорған дрондарҙы тәүлек әйләнәһенә ерҙән күҙәтәләр. Сөнки, улар тырышып-тырышып хәрби йә ябай халыҡтың техникаһына һунар алып бара. Иҙрис позывнойлы яугир хеҙмәттәштәре араһында иң мәргән һунарсы, тип танылған. Ул шәхсән 20-нән ашыу дронды атып төшөргән, поста торғанда бихисап кешеләрҙең ғүмерҙәрен дә ҡотҡарған.

Күрәһең, беҙҙең хәрбиҙәрҙең уңыштары тураһында дошман яҡшы ишетеп-белә. Ошо турала бәреп төшөрөлгән дошман дрондарының ҡанаттарында яҙыуҙарҙан аңларға мөмкин.

Урындағы халыҡ беҙҙең яугирҙарға оло рәхмәтен белдерә. Йыш ҡына улар хәрбиҙәрҙе тәм-том менән һыйлай.

Был ябай ғына рәхмәт билдәһе ҙур мәғәнәгә эйә. Яҡташтарыбыҙ "утлы ямғыр"яуып тороуына ҡарамаҫтан, тәүлек әйләнәһенә дежурҙа. Улар хеҙмәттәштәрен һәм тыныс халыҡты дошмандан һаҡлай. Тап ошо эш батырлыҡ өлгөһө булып тора ла инде.