Юлдар, парктар, скверҙар тәртипкә килтерелә

Тулыраҡ: Юлдар, парктар, скверҙар тәртипкә килтерелә

Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре баш ҡала урамдарын һәм ихаталарын сүп-сарҙан, туҙандан һәм бысраҡтан таҙартыу эштәрен көсәйтелгән режимда алып бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, көн элгәре Радий Хәбиров баш ҡаланың таҙалығын ҡаты тәнҡитләгәйне. Өфө биләмәһен тәртипкә килтереү өсөн ул бер аҙна ваҡыт бирҙе. Ҡала хакимиәтендә күтәрелгән төп мәсьәлә лә Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренең эш сифатына ҡайтып ҡалды. Өфө ялтлап торһон өсөн нимә ҡамасаулай? Өфө ҡала көнөн ҡаршыларға әҙерләнә. Байрамға әҙерлек эштәре күптән башланған. Ҡаланың Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, төп иғтибар йәшелләндереүгә бүленә. Әлеге көнгә 560 меңдән ашыу сәскә, 315 мең ҡыуаҡлыҡ. 2 меңдән ашыу ағас үҫентеһе ултыртылған. 23 фонтан эшләй. Юлдар, парктар, скверҙар тәртипкә килтерелә. Байрам саралары Өфөнөң Ленин майҙанында, Торатау конгресс-холында, Ватан паркында, Яҡутов исемендәге паркта һәм Дуҫлыҡ монументында ойоштороласаҡ. Ултырышта хәбәр итеүҙәренсә, ҡала көнөндә тулыһынса байрам иллюминацияһын ҡабыҙыу планлаштырыла. Көн тәртибендә - коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу мәсьәләһе. Төбәк операторы ярҙамы менән ҡаланан Яңы Черкасы полигонына көн һайын 600 мең тоннанан ашыу ҡый сығарылып үтилләштерелә. Ҡалдыҡтарҙы ваҡытында һәм өҙлөкһөҙ сығарыу эшенең үтәлеше Глонасс системаһы һәм Башҡортостан ҡаты коммуналь ҡаллыҡтар программаһы ярҙамында күҙәтелә. «Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ» етәксеһе Рөстәм Халиков әйтеүенсә, маршрут графиктары өҙлөктәренең төп сәбәбе - водителдәргә булған ҡытлыҡ һәм махсус техниканың эшлектән тығыуы. Юридик шәхестәрҙең махсус хужалыҡ менән килешеү төҙөмәүҙәре лә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Яуапһыҙ ойошмалар үҙ ҡалдыҡтарын ҡала контейнерҙарына бушата. Вакцинация һәр ваҡыттағыса иғтибар үҙәгендә. Башҡортостанда сирләүселәр һаны бер ҙә кәмемәй. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, уҙған тәүлектә республикала йәнә 91 кешенең был сирҙе йоҡтороу осрағы теркәлгән. Өфө ҡалаһы буйынса 37 осраҡ. Вакцинация кампанияһы әүҙем бара. Әлеге көнгә төбәктә тотош иммунизацияны 275 меңгә яҡын кеше үткән. Өфө хакимиәтенең халыҡтың һаулығын һаҡлау бүлеге етәксеһе Рәдиф Сабиров ҡала буйлап өҫтәмә мобиль вакцинация пунктарын асырға тәҡдим итте. Шулай уҡ ҡала ойошмаларында вакцинация үтәлеше менән таныштырҙы. Шулай ҙа кәңәшмәлә күтәрелгән төп мәсьәлә  — Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренең эш сифаты. Көн элгәре республика башлығы Радий Хәбиров республиканың баш ҡалаһын йыйыштырыу ойоштороуҙы ҡаты тәнҡитләне. Өфө биләмәһен тәртипкә килтереү өсөн ул бер аҙна ваҡыт бирҙе. Был йүнәлештә хәл итер проблемалар ҙа бар. Өфөлә махсус техникала эшләй алырҙай водителдәр етешмәй. Һөҙөмтәлә ҡала өсөн һатып алынған һыу һибеү машиналары һәм автомобиль-пылесостар тулы ҡеүәттә эшләй алмай. Әлеге ваҡытта был техника Өфө юлдарына 8 сәғәткә генә сыға. Ғәмәлдә улар тәүлек әйләнәһенә сафта булырға тейеш. Кәңәшмәлә һәр район үҙ биләмәләре буйынса башҡарған эштәре менән таныштырҙы һәм ҡаланы йыйыштырыу буйынса үҙ тәҡдимдәре менән бүлеште.