Республика башлығы юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлауға иғтибарҙы бермә-бер арттырырға саҡырҙы. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин сюжеты.
Башҡортостан башлығы республикала демографик хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеүҙә олатай-бабайҙар тәжрибәһен өйрәнергә саҡыра. Миҫал итеп Радий Хәбиров үҙ нәҫелен килтерә. Субьект етәксеһе әйтеүенсә, уның шәжәрәһендәге һәр ғаилә башлығының кәм тиәгндә 6-7 сабыйы булған. Башҡортостан Рәсәйҙең ҙур һыуҙан зыян күргән субьекттарына ярҙам күрһәтергә лә әҙер. Радий Фәрит улы Чечен һәм Дағстан Республикаларына булышлыҡ итеү кәрәклеген айырым билдәләй.
Оператив кәңәшмәлә оператив мәғлүмәттәр ҙә иғлан ителә. Республикала әле йылытыу миҙгеле тамамланмаһа ла, Башҡортостанда бөгөндән киләһе, ошондай уҡ кампанияға әҙерлек башланырға тейеш. Бурыстарҙың тағы ла береһе – экология акциялары. Сираттағы шәмбе өмәһендә бөтәһе лә ҡатнашырға тейеш, тигән фекерҙә Радий Хәбиров. Шәмбе өмәләре генә түгел, юлдар мәсьәләһе лә бөгөн көнүҙәк.
Башҡортостанда шыйыҡ асфальт етештереү буйынса 18 завод эш башлаһа ла, һөҙөмтәләр әлегә һиҙелмәй. Соҡорҙар һәм тағы ла бер тапҡыр соҡорҙар. Халыҡтың аһ-зарын юл һәм транспорт хужалыҡ министрлығы яҡшы белә. Ведомство был шишәмбе республикала быйыл юлдарҙы ремонтлау, күперҙәрҙе тәртикә килтереү өсөн ҡаралған сумманы ла атаны. Бюджет ошо йәһәттән 44 миллиард һум бүлергә әҙер. Башҡортостан башлығы үҙ резервынан да юлдарҙы төҙөкләндереүгә өҫтәмә сығымдар бүлә. 50 миллион һумды Ишембай районы аласаҡ.
Ғөмүмән, Башҡортостан йылы миҙгел тамамланғансы күп эштәрҙең аҙағына етергә тейеш. Урамдарҙы таҙартыу, юлдарҙы тәртипкә килтереү менән бер рәттән йәшелләндереү ҙә иғтибар үҙәгендә. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында республиканың һәр ҡалаһы һәм районында нисә ағас ултыртыласағы ла билдәле. «Хәтер баҡсаһы» тураһында онотмай бөгөн Башҡортостан. Ошо йәһәттән уҙғарылған акция көндәрендә республикала 2 миллион ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыла. Ә төп саралар урыны итеп быйыл Нуриман районы һайланды.
Ә киләһе аҙна Башҡортостан етәкселеге Ташкентта эшләйәсәк. Үзбәкстан республика делегацияһын «Иннопром-2026» форумында көтә.
Башҡортостан башлығы республика халҡын бер-береһенә иғтибарлыраҡ булырға саҡыра. Ошо турала Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Субьект етәксеһенең был һүҙҙәре уның ғаилә тормошондағы һуңғы ваҡиғаларына бәйле. Радий Хәбировтың бер туған ағаһы һәләк булғайны. Башҡортостан башлығы ошо хәлдә табиптарҙың иң юғары кимәлдә эшләүен айырым әйтте.
Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырылды. Радий Хәбиров күрһәтмәһе менән республикала Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырылды һәм уның составы раҫланды. Ойоштороу комитеты рәйесе итеп республика башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев, уның урынбаҫарҙары итеп республика башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Данияр Абдрахманов, хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Урал Кильсенбаев тәғәйенләнде. Ойоштороу комитеты составында шулай уҡ төрлө министрлыҡ етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары бар.
2026-сы йыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Тематик йылдың төп маҡсаты – ғаиләнең, ҙур һәм дуҫ, күп балалы һәм күп быуынлы ғаиләләрҙең абруйын күтәреү.







