Юл М-12 трассаһын төҙөгән ваҡытта ныҡ таушала. Радий Хәбиров ремонтты юл фондынан тиҙерәк финансларға вәғәҙә бирҙе. Әммә ҙур дефицит арҡаһында киләһе йыл республика бюджеты өсөн ҡатмарлы буласаҡ. Эштәрҙең һүлпәнәйеүе ихтимал. Юлдарҙы һаҡлау һәм юл фондын арттырыуҙа ауырлыҡ контроле мөһим роль уйнай.
"Республикала 11 ауырлыҡ контроле станцияһы эшләй. Штраф — 400 меңгә тиклем, хатта күберәк. Ауырлыҡ контроле станцияларынан юл фондына миллиард һумға тиклем аҡса йыябыҙ. Бының менән шөғөлләнмәҫ инек, ләкин беҙҙе ишетмәүселәр бар. Күсмә һәм даими станцияларҙы файҙаланасаҡбыҙ. Бер үк ваҡытта, әйтеп үтәм: теркәү камераларын водителдәр ныҡ тәнҡитләй. Быны юлдарҙа тәртип булһын өсөн эшләнек".






