Төбәктең транспорт селтәрен яңыртыу

Стәрлетамаҡты урап үтеү юлын төҙөү һәм Р-240 автомобиль юлын реконструкциялау. Был темалар Башҡортостан башлығының «Урал» федераль автомобиль юлдары идаралығы етәксеһе Евгений Куркин менән осрашыуында ҡаралды. Көн тәртибенә төбәктең транспорт селтәрен яңыртыу мәсьәләләре сығарылды.
  • Төбәктең транспорт селтәрен яңыртыу

«Приуралье» юл идаралығы үҙгәртеп ҡоролғандан һуң федераль трассаларҙың бөтә участкалары Федераль юл агентлығы ҡарамағына күскәйне. Ойошманың филиалы Өфөлә лә эшләйәсәк, тип билдәләне идаралыҡ етәксеһе. Яҡтар шулай уҡ ағымдағы мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Атап әйткәндә, Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклем юлды яҡтыртыуҙы тергеҙеү, Р-240 автомобиль юлын реконструкциялауҙы дауам итеү һәм Стәрлетамаҡты урап үтеү юлын төҙөү.