Тәрән соҡорҙарҙа зыян күргән машиналар һаны көндән-көн тиерлек арта. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы прокуратура хеҙмәткәрҙәре менән берлектәр юлдар торошон тикшерергә Өфө урамдарына сыҡты. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова репортажы. Рәмис Ғибәҙуллин стажлы водитель. Әммә әлегә тиклем Өфө урамдарында бындай соҡорҙарҙы күргәнем юҡ, ти ул. Миллионлап кеше йәшәгән ҡалала юлдарға тейешле иғтибар бирелмәүгә көйөнә водитель. Ул ҡала эсендә машинаһы менән һыулы соҡорға төшөп киткән. Һыу менән тулған тәрән соҡорҙар Өфөлә йәшәүселәр өсөн яҙ һайын ҙур һынауға әйләнә. Тәрәнлеге лә, ҙурлығы ла күренмәгән соҡорҙарҙа көн һайын тиерлек 20-ләп водитель зыян күрә. Яҙҙы автосервистар ғына түгел, шиномонтажкалар ҙа көтөп ала. Аҡса эшләп ҡалыу өсөн бик тә уңайлы мәл. Водителдәр көн һайын тиерлек үҙ һәм пассажирҙарының ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға мәжбүр. Ирегән ҡар һыуҙары менән тулы соҡорҙар машинаға ғына түгел, водитель һаулығына ла зыян килтерерлек. Дәүләт Автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре даими нигеҙҙә урам-юлдарҙы тикшерә. Етешһеҙлектәр асыҡланһа, мотлаҡ талаптарҙы үтәү буйынса тәҡдимдәр бирелә, шулай уҡ юлдар өсөн яуаплы ойошмаға иҫкәртеү бирелә. Әгәр етешһеҙлекте бөтөрөү буйынса саралар күрелмәһә, мәғлүмәт прокуратураға ебәрелә.Юлдарҙағы соҡорҙар менән көрәш өсөн интерактив карта ла эшләй. Унда Өфөлә йәшәгән һәр кем мөрәжәғәт итеп соҡор тураһында хәбәр итә ала. Юл хеҙмәттәре, ҡала хакимиәте уларҙы бер аҙна эсендә ремонтларға вәғәҙәләй.Өфөлә хәрәкәт өсөн хәүефле соҡорҙар бихисап. Юлдарҙың был өлөштәрендә 7 марттан махсус техника эшләй. Рәмис Ғәбиҙуллин тиҙҙән Өфөлә барлыҡ урамдар тәртипке килтерелер, автомобилдә хәрәкәт итеү хәүефһеҙ булыр, тип ышана.
Юлдар, юлдар
Юлдар, юлдар