Ярҙам тәү сиратта, хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә һәм туғандарына барып етергә тейеш. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа иҡтисадттың һәм социаль тармаҡтың тотороҡлоғон тәьмин итербеҙ, тине төбәк етәксеһе.
Дүшәмбе кәңәшмәһендә Башҡортостанда сентябрь башында уҙған һайлауҙарҙың һөҙөмтәләре иғлан ителде. Халыҡ район-ҡала һәм ауыл биләмәләре советтарына депутаттар һайланы. Иң күп тауыш йыйып, Берҙәм Рәсәй фирҡәһе 53 мандат, ЛДПР – 1, һәм үҙ-үҙен тәҡдим итеүселәр 7 мандат алған, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев. Төбәк етәксеһе еңеүселәрҙе тәбрикләне һәм хәҙер 2023 йылда уҙасаҡ Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай һайлауҙарына әҙерләнергә кәрәклеген белдерҙе.
Көн ҡаҙағында – ураҡ кампанияһы һөҙөмтәләре лә. Башҡортостанда игендән тулайым йыйым 4,3 миллион тоннаға еткән, тине ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. Әле тағы 16 процент ураһы ҡалған.
Туризм өлкәһендә лә төбәк яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән. Республика Волга буйы федераль округында түләүле туристик хеҙмәттәр күрһәтеү күләме буйынса икенсе урынға сыҡҡан. Быйыл 7 айы эсендә Башҡортостанда 1 миллиондан ашыу кеше турисик хеҙмәттәр менән ҡулланған.
Сәйәхәтселәр уңайлығы өсөн Башҡортостан буйынса туристик маршруттарҙы эҙләү буйынса цифралы платформа барлыҡҡа киләсәк. Унда кемпинг, отель һәм башҡа туҡталыу урындарының эш сәғәте, күрһәтелгән хеҙмәттәре, хаҡтар тураһында мәғлүмәт тупланасаҡ. Эҙләү сервисы ярҙамында һәр турист үҙенә уңайлы тур һайлай ала. Әйткәндәй, беҙҙең республика ҡалаларҙың туристик үҙәктәрен төҙөкләндереү буйынса проекттар конкурсында еңеп, был маҡсатҡа федераль бюджеттан 210 миллион 700 мең һум аласаҡ.
Башҡортостанда “Сәләмәтлек поездары” үҙ эшен тамамлаған, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлаыу министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин. Һөҙөмтәлә, медицина бригадалары 18 апрелдән 9 сентябргә тиклем 259 тораҡ пунктын үтеп, 120 меңдән ашыу кешенең сәләмәтлеген тикшергән.
«Роспотребнадзор»ҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала эпидемиологик хәл тотороҡло. Әммә сабыйҙар һәм оло йәштәгеләр араһында коронавирус менән ауырыусылар артҡан.
Дөйөм алғанда, Башҡортостан буйынса аҙна эсендә короновирус йоҡтороусылар 10 процентҡа, ә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар 21 процентҡа артҡан. 12 сентябргә ҡарата республикала 3 миллионға яҡын кеше ковидҡа ҡаршы тулыһынса вакциянация үткән, грипптан привика эшләтеү кампанияһы ла әүҙем бара.