27 ноябрҙә Өфөлә махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе Республика театр конкурсы ойошторола. Был сара махсус хәрби операция темаһы өҫтөндә эшләгән һәүәҫкәр театр, студенттар, ижади коллективтарҙы берләштерә. Конкурстың төп маҡсаты – көнүҙәк темаларға мөрәжәғәт иткән коллективтарға ярҙам итеү, шулай уҡ театр сәнғәте традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү. Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған конкурсҡа махсус хәрби операцияға бағышланған төрлө жанрҙағы спектаклдәр ҡабул ителә.
«Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың «Бер ғүмер етмәй» әҫәре буйынса Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһының баш режиссеры Рөстәм Хәкимов сәхнәләштергән спектакль махсус хәрби операцияға бағышланған тәүге спектаклдәрҙең береһе. Ул яугирҙәрҙең батырлығына асыҡ дәлил булып тора. Бөтә прототиптар ҙа реаль тормоштан алынған. «Герой», «Хакер», «Историк», «Сәсән», «Иман» һәм «Малыш» позывнойлы геройҙарҙың яҙмыштары, тоғролоғо һәм эш-ҡылыҡтары аша һуғыштың ысын йөҙө асыла. Мөнир Ҡунафин һүҙҙәренсә, спектаклдә Башҡортостан яугирҙәренең данлы хәрби юлы сағылдырыла.







