Һүҙ бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе арттырыу тураһында бара. Закон проектында махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә йәки ил төбәктәрендә украин нацистары, диверсия төркөмдәренән, яраланыуҙан һәләк булған хәрбиҙәргә тигеҙ өлөш менән 5 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында әйтелә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бер тапҡыр 3 миллион һумға тиклем, яраланып инвалид булып ҡалған осраҡта 4 миллион һум түләүҙәре ихтимал.
Бынан тыш, Рәсәй президентының хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларын һәм айырым федераль дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәрен яҡлау саралары тураһындағы указына ла үҙгәрештәр инедереү ҡарала. Был исемлектән Рәсәй Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре алына.







