Ярышта райондың иң көслө 12 командаһы ҡатнашты. Турнир һөҙөмтәләре буйынса, Амангилде ауылы спортсылары беренсе урын яуланы, икенсе, өсөнсө урындарҙы Салауат һәм Хәмит ауылдары командалары бүлеште. Улар ҡиммәтле бүләктәр, миҙал һәм Кубоктар менән бүләкләнде. Шулай уҡ иң яҡшы уйынсылар билдәләнде.
Әбйәлил районы Сиҙәм ауылында волейбол буйынса турнир үтте
Әбйәлил районы Сиҙәм ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Вадим Өмөтбаев иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир үтте.







