Бына ул оҙаҡ ваҡыт күрешмәй торғандан һуң тәүге осрашыу минуттары. Денис Шәрифуллин 2025-се йылда хәрби операция биләмәһендә булған саҡта Саҡмағош районындағы ветерандар ассоциацияһы тураһында интернет селтәрендә күреп ҡала. Тыуған яғымда был ойошма барлыҡҡа килгәнен белгәс тә яу яланында яра алған яҡташатарыма шунда барырға кәңәш иттем, сөнки ассоциацияла береһен дә ярҙамһыҙ ҡалдымағандарын белә инем, ти ир.
Ассоциациянан ярҙам алыусылар араһында Айбулат Булатов та бар. Ул махсус хәрби операция биләмәһендә аяғынан мәхрүм ҡала, кире әйләнеп ҡайтҡас протез ҡуйҙыра.
Ассоциацияла шулай уҡ юридик ярҙам да алырға мөмкин. Һуңғы ваҡытта ғаилә хоҡуҡтарына ҡағылышлы һорауҙар менән байтаҡ мөрәжәғәт итәләр, ти белгестәр.
Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһына 2 йыл. Ошо ваҡыт арауығында ойошмаға Башҡортостандан 2588 ветеран ҡушылған. Яугирҙәр төрлө башланғыстар менән дә мөрәжәғәт итә ала.
Махсус хәрби операция ветерандарын бергә туплау һәм улар араһында аралашыуҙы әүҙемләштереү маҡсаты менән әлеге ваҡытта Ассоциацияның үҙ ҡушымтаһын эшләйҙәр. Унда бөтә саралар һәм мөһим мәғлүмәтте табырға мөмкин буласаҡ. Ә Ассоциацияға Өфө ҡалаһындағы "Торатау" Конгресс-холында йә республикабыҙҙың барлыҡ ҡала һәм райондарында мөрөжәғәт итергә була. Ойошманың ишектәре махсус хәрби операция яугирҙәре, ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн һәр ваҡыт асыҡ.







