Ныҡлы әҙерлек менән

Ситтән тороп эш итеү, дошманға ҡапма-ҡаршы бармайһың, төрлө ғәскәрҙәрҙә лә хеҙмәт итергә мөмкин, ә һөжүм һөҙөмтәләре үтә лә юғары.
  • Ныҡлы әҙерлек менән

Хәҙерге шарттарҙа пилотһыҙ осоу аппараттарынан тыш хәрби бәрелештәр алып барыу мөмкин дә түгел. Дрондар ҡораллы көстәрҙең һәр ғәскәрҙәрендә лә ҡулланыла. Улар һалдаттарҙың төп ярҙамсыһы. Ләкин ҡаршы яҡ та йоҡламай. Улар ҙа дрондар осора. Шуға күрә яугирҙарға уяу, юғары әҙерлекле булыу шарт. Алғы һыҙыҡҡа юлланыр алдынан барлыҡ хәрбиҙәр ҙә дошман ҡоштарына ҡаршы ентекле әҙерлек үтә. Полигонда күнекмәләр барышы тураһында хәбәрсебеҙ Айнур Кәбиров репортажында.

Һары, ҡыҙыл, йәшел төҫтәгеләре. Һалдаттар шарҙар өрөп әйтерһең дә байрамға әҙерләнә. Ләкин күңел асаһы түгел. Был сағыу шарҙар буласаҡ сәптәр. Епкә бәйләнгән шарҙарҙы дрон полигон буйлап осороп йөрөтә. Яугирҙар уларҙы автоматтан шартлатырға тейеш. Шарҙар тиҙ арала һытылып бөтә. Шуға күрә инструкторҙар күп тапҡырҙар ҡулланыла торған сәптәр ҙә эшләп алған.

Тәү ҡарашҡа еңел күренһә лә бәләкәй генә патрондар менән һауалағы «ҡоштарҙы» бәреп төшөрөү оҫталығы даими күнекмәләр аша ғына бирелә. Үҙҙәре лә ут эсендә сыныҡҡан инструкторҙар яңы фронтҡа килеүселәргә бар тәжрибәһен тапшыра. Алғы һыҙыҡта бер мәлгә генә уяулыҡты юғалтыу ғүмергә тиң икәнлеген улар яҡшы белә. Төп дошман хәҙер һауала.

Шуға күрә, хәрәкәт итеүсе сәптәргә атыу күнекмәләре лә сағыштырмаса яңы. Төҙ ата белеү бер, һалдаттар дрондар алдында баҙап ҡалмаҫҡа, хәрби заданиены теүәл үтәргә лә көйләнгән булыуы мөһим, ти инструкторҙар. Әйткәндәй, полигон да тау битендә урынлашҡан. Күтәрелә барған һайын яугирҙар төрлө кимәл әҙерлеге үтә. Иң түбәндә автомат үҙенсәлектәрен хәтергә төшөрһә, юғарыла инде бронетехникаға ҡаршы һөжүм алып барыу оҫталығын камиллаштыра. Тау һыртына менеп еткәнсе һалдаттар юғары әҙерлекле яугирға әйләнә.