Был аҙнала Башҡортостандан 4-се ирекле батальон Махсус операцияға оҙатыла

Ошо турала Радий Хәбиров дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Яҡын арала шулай уҡ "Төнъяҡ Амурҙары"н да оҙатыу күҙаллана. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мөһим мәсьәләләр хаҡында Ғәзиз Лоҡманов репортажы.

Ике аҙна элек Шайморатов һәйкәле янынан тантаналы шарттарҙа оҙатылған "Ватан" махсус отряды әле Ырымбурҙа тейешле күнекмәләр үтә. Тиҙҙән хәрби әҙерлек урынына республиканан сираттағы батальон яугирҙәре лә юллана. "Даян Мурзин" һәм "Төнъяҡ Амурҙары" тупланған. Һуңғыһы шулай уҡ яҡын арала юлға сығыр тип көтөлә.Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре дәүләттең төп иғтибарында бөгөн. Уларға ярҙам саралары менән вице-премьер Лира Иғтисамова таныштырҙы. Республика был маҡсатҡа быйыл бюджеттан 4 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтә. Уларҙың күпселеге ғаиләләге балаларға йүнәлтелгән.

Хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән бөтә төр ярҙам хәҙер Рәсәй Президенты Указы менән ойошторолған "Ватанды һаҡлаусылар" фонды аша көйләнәсәк. Әле республикала уның филиалдары асыла, белгестәр махсус уҡыуҙар үтә. Радий Хәбиров ҡарары менән "Башҡортостан" тип аталған ярҙам үгәге лә ойошторолған. Ул урындарҙа социаль координация эшен башҡарасаҡ. Аҙналағы сараларҙы йомғаҡлап Радий Хәбиров Мәскәүҙә үткән "Яҡташ" форумына туҡталып үтте. Илдең баш ҡалаһында һәм Санкт-Петербург юғары уҡыу йорттарында белем алған Башҡортостан студенттары менән осрашыу сараһы – адынғы ҡарашлы буласаҡ белгестәр менән бәйләнештәрҙе өҙмәйенсә, уларға терәк булырға, киләсәктә тыуған республикаға йәлеп итеү маҡсатынан ғибәрәт. Радий Хәбиров был эш менән хөкүмәт һәм Дәүләт йыйылышы ла шөғөлләнергә тейеш тигән фекерҙә.Көндәр йылынды, күп фатирлы йорттарға йылы биреүҙе тыутатырға кәрәк. Артыҡ түләүҙәр булмаһын өсөн ағымдағы аҙнала мәсьәләне хәл итеү бурысын ҡуйҙы республика башлығы.

Торлаҡ-коммуналь хужалығына бәйле тағы бер мәсьәлә – биләмәләрҙе таҙартыуға бәйле. Өфөнөң Орджоникидзе һәм Калиин райондары киҫәтеү алды. Шәмбе өмәләре дауам итә. Башҡалала йәкшәмбе көндәре лә таҙалыҡ саралары үтә. Был аҙна аҙағында бөтә республика буйынса өмәләр менән бергә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы ойошторола.

Башҡортостан – Белоруссия оҙон ғүмерлек проекты сиктәрендә кисә Өфөнән Минскиға 46 кешенән торған тәүге төркөм сәйәхәткә юлланды. Быйыл 1 мең 333 оло йәштәгеләр сит илгә барып ял итеп ҡайтасаҡ. Башҡортостан буйынса турмаршруттарҙы үтеү мөмкинлегенән 20 мең пенсионер файҙалана ала. “Мәктәп туризмы” программаһында ҡатнашыусылар быйыл сәнәғәт предприятиелары менән таныша ала. Сәнәғәт туризмы балаларға завод-фабрикалар менән танышыу мөмкинлегенән тыш киләсәктә һөнәр һайлауҙа ла файҙалы булырға тейеш.