Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

МИГ-35 истребителен һынау башланды. Был турала Рәсәй президенты Владимир Путин белдерҙе. Экипаж самолетҡа ыңғай баһа биргән. 2019- сы йылдан истребителде күпләп етештерә башлау ҡарала.
Мексика президенты Америкаға эш сәфәрен кисектергән. Ике арала стена төҙөргә уйлаған Трамп менән осрашыуҙың мәғәнәһе юҡ, беҙ стена өсөн аҡса түләмәйсәкбеҙ, тигән ул.
Америкала тимер юлды үтеп барыусы йөк машинаһына ике ҡатлыҡ пассажир поезы бәрелгән. Һуңынан асыҡланыуынса, тимер юл киҫелешендә ни сәбәптәндер светофорҙар эшләмәгән. Поезд йөк машинаһын икегә бүлгән. Һәләк булыусылар ҙа, йәрәхәтләнеүселәр ҙә юҡ.
Италияла туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар сәбәпле йылғалар ярҙарынан сыҡҡан. Күп кенә ҡалаларҙа хакимиәттәр юлдарҙы һәм мәктәптәрҙе ябырға мәжбүр булған.