Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре - 22.09

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре - 22.09

Рәсәйҙә шартлатҡыс һалыныуы тураһында ялған шылтыратыуҙар дауам итә. Мәскәүҙә ашығыс рәүештә “Яндекс” компанияһы офисынан хеҙмәткәрҙәрҙе эвакуацияларға тура килде. Бинанан 3 мең кешеимен урынға сығарылған.

Америка Төнъяҡ Кореяға ҡарата яңы санкциялар индерә. Был турала Дональд Трамп төньяҡ Корея һәм Япония етәкселәре менән өс яҡлы осрашыуҙа белдергән. Ҡушма Штаттарҙың яңы санкциялары Пхеньян менән сауҙа бәйләнештәре булдырған айырым етәкселәргә һәм компанияларға ҡағыла. Дональд Трамп ҡарарын Япония премьер-министры Синдзо Абэ ла хуплаған. Америка башҡа илдәрҙе лә Пхеньянға ҡарата санкциялар индерергә саҡырған.

Доминиканала Мария дауылы барлыҡ ауыл һәм ҡасабаларға ла тиерлек зыян килтергән. Кәм тигәндә 15 кеше һәләк булған. 20 кеше хәбәрһеҙ юғалған. Пуэрто-Рикола ла әле күп йорттар утһыҙ ҡалған. Бында ҡойма ямғырҙар дауам итә. Шуға ла һыу баҫыу ихтималлығы юғары булып ҡала.

Каталонияла ҡаршылыҡ акциялары дауам итеүгә ҡарамаҫтан, Испанияның Конституция суды төбәк һайлау комиссияһы ағзаларына штраф һалды. Уларға көн һайын 6 меңдәш 12 мең евроға тиклем түләргә тура киләсәк. Кисә референдум әҙерләүҙә шикләнгән 10-дан ашыу чиновник ҡулға алынған. Ҡаршылыҡ акцияларында ҡатнашыусылар уларҙы азат итеүҙе талап итә.

Андроид операция системаһын ҡулланған телефондарҙа банк карталары мәғлүмәттәрен урлаусы яңы вирус табылған. Был турала Касперский лабораторияһы хәбәр итә. Белгестәр әйтеүенсә, яңы вирус төймәләргә баҫҡанды яҙып алырға өйрәнгән. Ул банк ҡушымталарын ҡулланғанда үҙҙалы скриншоттар булдыра, һөҙөмтәлә телефон хужаһының банк картаһындағы барлыҡ мәғлүмәттәр мутлашыусылар ҡулына эләгә.