Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Флоридаға килеп еткән “Ирма” исемле көслө ғәрәсәт 3 кешенең ғүмерен өҙгән, урындағы халыҡтың 120 меңе ваҡытлыса нығытмаға йәшеренгән, тағы ла алты миллионы эвакуацияға мохтаж. Дауылдың көсө кәмей төшһә лә, һаман да ҡурҡыныс менән янай. Уның тиҙлеге секундына 50 метрҙан аша. Ил президенты Дональд Трам Флорида штатының бөтә майҙанын “стихиялы бәлә-ҡаза зонаһы” тип иғлан иткән.

Ә Мексикала ер тетрәү һөҙөмтәһендә кәмендә 90 кеше һәләк булған, тип хәбәр итәләр. 8,2 балл тәшкил иткән тетрәнеүҙең үҙәге Оахака штатына тура килгән. Унда шәхси йорттар ғына түгел, йәмәғәт урындары ла емерелгән. Был Мексиканың яңы тарихында иң көслө ер тетрәүе булып тора.

Кисә Рәсәйҙә берҙәм һайлау көнө үтте. 16 субъектта губернатор, ә Мәскәү һәм башҡа ҡалаларҙа яңы муниципаль депутаттарын һайланылар. Был һайлауҙарҙың яңылығы “электрон йәшниктәрӘ ҡулланыу. Улар тауыштарҙы һанау эшен тиҙәйтә. Донъяның 12 иленән белгестәр тауыш биреү процедураһын күҙәтте.