Мәскәүҙең Внуково аэропортына һуңғы 13 йылда тәүге тапҡыр Ғыйраҡтың Ираки Эйруайс авиакомпанияһы самолеты төштө. Был рейс ике ил араһында даими авиабәйләнештәрҙе тергеҙеү сиктәрендә башҡарылды.
Одессала янғын сыҡҡан лагерҙа ял итеүсе балаларҙың ата-әсәләре ҡала советы бинаһын штурмлаған. Ҡаршылыҡ акцияһын үткәреүселәр ҡала хакимиәте башлығы һәм урың урынбаҫарҙары сығыуын талап иткән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Виктория” лагерындағы янғында өс бала һәләк булғайны.
Рәсәйҙә 69 субъектта пенсияларҙы йәшәү минимумына тиклем еткереү һәм өҫтәмә социаль түләүҙәр өсөн бюджеттан 10 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Рәсәй Пенсия фонды етәксеһе Антон Дроздов әйтеүенсә, 4 миллионға яҡын кешенең пенсияһы 4 ярым процентҡа артасаҡ.
Сүриә армияһы Рәсәй хәрби авиацияһы ярҙамында Эль-Мариия, Хевейджат Эль-Мариия һәм Эль Джафра райондарын “Ислам дәүләте” террорсыларынан азат итте. Шулай итеп, Дейр-эз-Зора янындағы хәрби аэродром тирәләй именлек биләмәһе киңәйҙе. Эль-Джафра эргәһендә террорсылар һәм хөкүмәт ғәскәрҙәре араһында ҡаты һуғыштар бара.